Самауырға бәйле йомаҡтар

Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Самауырға бәйле йомаҡтарСамауырға бәйле йомаҡтар
Самауырға бәйле йомаҡтар
1. Кескенә ҡыҙ бала, йөрәгемә ут һала.
2. Ике сите һыу булыр,
Уртаһында ут булыр,
Байҙарҙы көлдөрөр,
Ярлыларҙы бөлдөрөр.
3. Аяғы — дүртәү,
Ҡолағы — икәү,
Һарай эсендә һайрай.
4. Һарай эсендә һандуғас һайрай.
5. Алтын һарай эсендә аҫыл ҡош һайрай.
6. Алтын бишек, арҡаһы тишек.
7. Һарайҙағы һары айғыр,
Һыу алдыниһәң, кешнәй.
8. Еҙ һарайым эсендә еҙнәм аты кешнәй.
9. Һары айғырым һарнап кешнәй,
Бышҡыра ла бышҡыра.
10. Һары бейәм ыңғыраша,
Оҙаҡламай ҡолонлар.
11.Көлөн сәсеп, ҡарт әбей
Түрҙә көлөп ултыра.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас