Сөгөлдөр уңһын тиһәгеҙ..

Сөгөлдөр һуған, борсаҡ, ҡыяр, помидор, картуф үҫкән түтәлдә һәйбәт үҫә. Ул шулай уҡ салат, укроп, помидор, һуған, кәбеҫтә менән “күрше” үҫергә ярата.  Сөгөлдөрҙө ер йылына биргәс сәсегеҙ. 

Сөгөлдөр уңһын тиһәгеҙ..Сөгөлдөр уңһын тиһәгеҙ..
Сөгөлдөр уңһын тиһәгеҙ..

Сөгөлдөр тиҙерәк сыҡһын тиһәгеҙ, уның орлоҡтарын сепрәккә төрөп, йылымыс һыуҙа 8 сәғәт тоторға кәңәш ителә. 4 сәғәт үткәс һыуҙы алмаштырырға. Ә тура сәсһәң, сөгөлдөр оҙағыраҡ сыға. Сөгөлдөр уңһын өсөн сәсер алдынан уның түтәленә серетмә, компост йәки суперфосфат индерергә кәрәк. Әгәр ҙә сөгөлдөр татлы булыуын теләһәгеҙ, ай һайын тоҙло һыу һибеп тороғоҙ. Ун литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ алына. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас