Пулеметсы яҡташыбыҙ яралы иптәштәрен ҡотҡарған

Яңауыл егетенә «афарин»!

Пулеметсы яҡташыбыҙ яралы иптәштәрен ҡотҡарғанПулеметсы яҡташыбыҙ яралы иптәштәрен ҡотҡарған
Пулеметсы яҡташыбыҙ яралы иптәштәрен ҡотҡарған

Яңауыл районының Иҫәнбай ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Авдеевка йүнәлешендә оло батырлыҡ күрһәткән. Ул яралған хеҙмәттәштәрен яу яланынан сығарған. 

«Татарин» позывнойлы дошмандың аяуһыҙ һөжүм итеүенә ҡарамаҫтан, үҙен ысын батырҙарса тотҡан. Яугир үҙе мина ярсығынан яраланған, күп ҡан юғалтһа ла позицияһына әйләнеп ҡайта алған. Уны хәүефһеҙ урынға илткәндәр.

«Ул Луганск, Североморск һәм Ҡыҙыл госпиталдәрендә дауаланды. 21 апрелдә генә Яңауылға өйөнә ҡайтып төштө. Уның һул сикәһендә тәрән яра, ә бер нисә бармағы һиҙеү һәләтлелеген юғалтҡан һәм хәрәкәтләнмәй. Июнь уртаһында «Татарин» алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайтырға тейеш. Әлегә ул махсус задание ваҡытында юғалтҡан документтарын тергеҙеү менән мәшғүл», — тип хәбәр итәләр Яңауыл районынан.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас