Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2024, 14:30

Яңғыҙҙарҙың хәле бик-бик ауыр...

Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Яңғыҙҙарҙың хәле бик-бик ауыр...Яңғыҙҙарҙың хәле бик-бик ауыр...
Яңғыҙҙарҙың хәле бик-бик ауыр...
ЯҢҒЫҘЛЫҠ.

Һаҡлай алманың шул яңғыҙлыҡтан,
Эй Хоҙайым,күпме ялбарҙым.
Яңғыҙ ҡайын кеүек яңғыҙ ҡалдым,
Тәм генәһен татып аһ-зарҙың.

Ғүмерем буйы яңғыҙлыҡтан ҡурҡтым,
Һиңә килешһен ул яңғыҙлыҡ.
Өҙөлдөрөп үҙәктәргә үткән,
Яңғыҙлыҡтан тамам ҡаңғырҙым.

Яңғыҙ ҡайын яңғыҙ ерҙә үҫә,
Елдәр ҡаға,ҡаға дауылдар.
Әйтегеҙсе,миңә эй кешеләр,
Яңғыҙлыҡтан ауыр нимә бар?

Күк йөҙөндә тулған айым йөҙә,
Ул да яңғыҙ,ул да бер үҙе.
Яндарында һанһыҙ йондоҙ яна,
Сихри микән шуға күк йөҙө.

Күл өҫтөндә яңғыҙ аҡҡош йөҙә,
Ҡанаттарын йыуа тулҡындар.
Ишһеҙ ҡалған аҡҡошҡайҙың йәне,
Мәңге һыҙлар,мәңге һулҡылдар.

Яңғыҙҙарҙың хәле бик-бик ауыр,
Яңғыҙҙарҙы хәҙер аңлайым.
Башҡаларға парлы ғүмерҙәр бир,
Яңғыҙ итә күрмә, Хоҙайым!??

ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас