Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апреля 2024, 13:00

Дүрт ҡыҙ балаға ғаилә табырға ярҙам итәйек!

Кескәй Айгүзәл, Гөлназ, Светлана һәм Евдокия, уларға беҙҙең ярҙам кәрәк.

Дүрт ҡыҙ балаға ғаилә табырға ярҙам итәйек!Дүрт ҡыҙ балаға ғаилә табырға ярҙам итәйек!
Дүрт ҡыҙ балаға ғаилә табырға ярҙам итәйек!

Евдокия, 2009 йылғы - егәрле, тыйнаҡ ҡыҙ. Йүгереү һәм ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһына.

Светлана, 2014 йылғы – ихлас, аралашыусан, барыһы менән дә тиҙ уртаҡ тел таба, уҡырға ярата һәм тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Приют һәм мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша, һәләтле ҡыҙ.

Гөлназ, 2018 йылғы – тыйнаҡ, аҙ һүҙле, тырыш ҡыҙ бала. Маҡтауҙы, хуплауҙы ярата. Әҙәп ҡағиҙәләрен тота. Әйберҙәре һәр саҡ тәртиптә.

Айгүзәл, 2022 йылғы – ихлас, асыҡ күңелле, шаян ҡыҙ. Кешене ятһырамай, ҡыҙыҡһыныусан. Балалар менән аралашырға һәм уйнарға ярата.

Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе телефон һандары буйынса: (347) 218–03-62.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас