Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 07:30

Тупраҡ температураһы нисә градус булғанда йәшелсә сәсергә ярай?

Тупраҡ температураһы бик түбән булһа, йәшелсә оҙаҡ шытып сыға, үҫмәй йонсота. Шуға температураны үлсәп, орлоҡтарҙы сәсергә, үҫентеләрҙе ултыртырға кәңәш ителә. Тупраҡ термометры юҡ икән, ябай термометрҙы алып, 12 – 15 сантиметр тәрәнлектә үлсәйбеҙ. Кишер, укроп, петрушка, шпинат өсөн тупраҡ температураһы + 4 градустан кәм булмаҫҡа тейеш. Ә борсаҡ, сөгөлдөр өсөн + 5 градустан кәм булмаһын.

Тупраҡ температураһы нисә градус булғанда йәшелсә сәсергә ярай?
Тупраҡ температураһы нисә градус булғанда йәшелсә сәсергә ярай?

Һуғанбашлылар өсөн + 8 градустан кәм булмаҫҡа тейеш.

Картуф, редиска, торма өсөн +10 градустан түбән булмаһын;

Помидор өсөн — + 12 градус;

Ҡыяр һәм борос өсөн — + 15 градустан кәм булмаҫҡа тейеш;

Баклажандар өсөн - +18 градус. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: