Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 13:19

Илсур Нәбиуллин - изге күңелле эшҡыуар

Ул Башҡортостандың төрлө райондарынан күп балалы, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен шифаханаға юллама менән бүләкләгән.

Илсур Нәбиуллин - изге күңелле эшҡыуар
Илсур Нәбиуллин - изге күңелле эшҡыуар

Эшҡыуар изге эштәре хаҡында «Атайсал» форумында һөйләне.

Илсур Нәбиуллин Башҡортостандың төрлө райондарынан күп балалы, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен шифаханаға юллама менән бүләкләгән. Мәләүез районының Воскресенское ауылынан мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеүсе ирекмәнгә «Лада Гранта» машинаһын бүләк иткән. Шулай уҡ эшҡыуар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Баймаҡ егеттәренә ҙур ярҙам күрһәтә, үҙе лә МХО биләмәһендә булып ҡайтҡан.

Был – эшҡыуарҙың эшләгән изге эштәрҙең бер өлөшө генә һәм улар артабан да киңерәк йәйелдереләсәк.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: