Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 15:00

Өфө фән һәм технологиялар университетында диктант яҙҙыҡ. Ә һеҙ акцияла ҡатнаштығыҙмы?

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы йыл һайын күркәм бер байрамға әүерелә. Йылдағыса, Өфө фән һәм технологиялар университетында ла сара бик матур үтте.

Өфө фән һәм технологиялар университетында диктант яҙҙыҡ. Ә һеҙ акцияла ҡатнаштығыҙмы?
Өфө фән һәм технологиялар университетында диктант яҙҙыҡ. Ә һеҙ акцияла ҡатнаштығыҙмы?

Уҡыу йортона килеп ингәс үк, байрам кәйефе һиҙелә ине. Туған телебеҙҙә көй-моң яңғырай. Ике яҡҡа теҙелеп баҫып, башҡорт филолологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ҡыҙҙары һәм егеттәре ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылай, диктант яҙыу аудиторияһы эргәһендә үҙебеҙҙең дәртле йыр-моң көйҙәребеҙгә олоһо ла, кесеһе лә бейемәй түҙә алманы.  

Быйыл диктант яҙыусылар «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, прозаик, шағир Мөнир Ҡунафин, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зифа Илбахтинаның текстарын яҙҙы. Был уҡыу йортонда башҡорт телен һәйбәт белеүселәргә диктантты Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы рәйесе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов уҡыны.

Диктант яҙыусылар тәьҫораттары менән дә бүлеште.

Гөлдәр ҒӘЛИКӘЙЕВА:

– 77 йәшемде тултырһам да, диктант яҙырға килдем әле. Былтыр ҡатнашҡайным, оҡшап ҡалды ла быйыл да килдем. Нисек яҙғанмындыр, былай насар түгелдер, тип уйлайым. Диктантты яҙыуға ҡарағанда ошондай байрам һымаҡ булыуы, иптәштәр, дуҫтар, үҙемдең тиңдәр менән ҡатнашыу, аралашыу бик оҡшаны. Хатта ауылдаштарымды ла осраттым. Башҡортса яҙаһың, аралашаһың, был акцияны ҡыҙҙарыма, балаларыма маҡтап һөйләйем. Акция бик һәйбәт ойошторлған. Үҙем ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем, шуға ла яҙыу, парта арты  бик оҡшай.

Фирзинә Абдуллина, йырсы:

– Диктантҡа күршем саҡырғайны, бер аҙ уйлап торҙом да, барып ҡайтырға булдым. Килгәнемә ҡыуанысым сикһеҙ. Дуҫтар, таныштарымды осраттым. Бик матур итеп диктант яҙҙыҡ. Тексы ла йөкмәткеле генә булды, илһөйәрлек, ғаилә темаһына арналды. Һәр кем дә ошо диктантҡа килһен, яҙһын ине.

Гөлсинә ЙОМАҒУЖИНА, Өфө фән һәм технологиялар университеты башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының башҡорт журналистикаһы төркөмөнөң II курс студенты:

– Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһында ойоштороусы булараҡ ҡатнаштым. Акцияла ҡатнашырға килеүселәрҙе ҡаршы алдыҡ, бланктар тараттыҡ. Диктант яҙыу бөткәс, уларҙы йыйып алдыҡ. Беренсе курста был акцияла ҡатнашҡайным, миңә диктант яҙыу бик оҡшай. Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында етенсе кластан ҡатнашам. Был бик мөһим сара, факультетыбыҙ был сараны йыл да бик матур итеп үткәрә. Йырҙар, бейеүҙәр әҙерләйбеҙ, күргәҙмә ойошторабыҙ. Диктант уҡыусы кешеләр ҙә бик шәп,  һоҡландырғыс. Был сара бик матур үтте, миңә ныҡ оҡшаны.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: