Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 17:30

"Диктант та яҙҙыҡ, ағас ултыртыу акцияһында ла ҡатнаштыҡ"

Шәмбе көн сараға бай булды. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, "Йәшел Башҡортостан" акциялары үтте. Ейәнсура районының Ибрай ауылы халҡы икеһендә лә әүҙем ҡатнашты. Был хаҡта ауылдың китапханасыһы Сәүиә Ҡолмөхәмәтова хәбәр итә.

"Диктант та яҙҙыҡ, ағас ултыртыу акцияһында ла ҡатнаштыҡ"
"Диктант та яҙҙыҡ, ағас ултыртыу акцияһында ла ҡатнаштыҡ"

—Бөгөн Ибрай ауылындағы спорт майҙансығында өҫтәп ағастар ултыртылды. Был сараның маҡсаты - ауылды йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу. Был сарала тирә-яҡ мөхиткә битараф булмағандар ҡатнашты. Ағас ултыртыу - ерҙә матур эҙ ҡалдырыуға тиң. "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашыусы ауылдаштарға Ҙур рәхмәт. Ибрай моделе китапханаһында диктант та яҙҙыҡ беҙ. Акцияла ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, "Әхирәттәр" клубы ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Ә диктантты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Буранбай ҡыҙы Аҡбутина яҙҙырҙы. Был бик мөһим сара, йылдан-йыл диктант яҙыусылар һаны арта. Уны күп Рәсәй төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә яҙалар. Быйыл текстар илһөйәрлек, йәштәр, ғаилә темаһына арналды, — ти ул. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: