Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель , 16:25

Ырымбурҙа ташҡында өйһөҙ ҡалған балалар беҙгә киләсәк

Шулай уҡ быйыл йәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ике мең баланы ҡабул итәсәкбеҙ.

Ырымбурҙа ташҡында өйһөҙ ҡалған балалар беҙгә киләсәк
Ырымбурҙа ташҡында өйһөҙ ҡалған балалар беҙгә киләсәк
Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Ярҙам итербеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда республикаға, элекке йылдарҙағы кеүек үк, Луганск һәм Донецк балалары килә. Ведомство уларҙың Дондағы Ростовтан Өфөгә килеп ҡайтыу графигын әҙерләгән. Шулай уҡ балаларҙың ял иттереү һәм һауыҡтырыу ойошмалары билдәләнде, тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: