Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель , 17:00

Ишембай табиптары МХО яугирын ҡотҡарған

Уларҙың изге эше менән һоҡланмау мөмкин түгел.

Ишембай табиптары МХО яугирын ҡотҡарған
Ишембай табиптары МХО яугирын ҡотҡарған

Былтыр декабрҙә Ишембайҙан 40 йәшлек яугирҙың ҡулына мина ярсығы килеп эләккән. Түҙемле яҡташыбыҙ шунда уҡ медиктарға мөрәжәғәт итмәгән, хеҙмәтен дауам иткән, йәрәхәте лә артыҡ борсомаған. 

Әммә, үкенескә күрә, оҙаҡламай ярсыҡ эләккән урын эренләй башлаған. Яугирҙы ялға ҡайтарғандар, ул иһә дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Ишембай табиптары уға операция яһап, ҡул суғына инеп киткән ярсыҡтарҙы сығарып алған. 

Пациент операциянан һуң биш көндән өйөнә ҡайтарылған. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: