Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель , 18:32

Өфөлә булған ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалған ҡыҙ күҙҙәрен асҡан

Яҡшы хәбәр, тик, табиптар әйтеүенсә, уның хәле бик ауыр.

Өфөлә булған ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалған ҡыҙ күҙҙәрен асҡан
Өфөлә булған ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалған ҡыҙ күҙҙәрен асҡан

 

 

Уның хәле бик ныҡ ауыр. Күҙҙәрен асһа ла, үҙ аңында түгел. Табиптар уның ғүмере өсөн көрәшеүен дауам итә. Егеттең хәле яҡшырған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә уҙған аҙнала ВАЗ-2115 автомобиле КаМАЗ йөк машинаһына бәрелеү һөҙөмтәһендә 5 кеше һәләк булды. Еңел машинала ете кеше булған.

Тағы ла бер ҡыҙ һәм егет дауаханаға оҙатылған. Зыян күреүсе ҡыҙ ауыр хәлдә, реанимацияға оҙатылғайны, егеткә операцияға яһанылар, уның хәле тотороҡло. Барыһы ла 21-22 йәшлек йәштәр. 

"ВАЗ-2115" водителе "КаМАЗ" боролған саҡта барып бәрелгән. Йөк машинаһы водителе әйтеүенсә, авто юғары тиҙлектә елгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: