Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апреля 2024, 11:29

Етемдәр йортло буласаҡ

2024 йылда Башҡортостанда 750 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла.  

Етемдәр йортло буласаҡЕтемдәр йортло буласаҡ
Етемдәр йортло буласаҡ

2024 йылда Башҡортостанда 750 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла. Был маҡсатта федераль һәм төбәк бюджетынан 2,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итте.

2023 йылдан алып Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса йыйылған бурыстарҙы бөтөрөү бурысы ҡуйылды. 2030 йылға тиклем 5 меңләп баланы торлаҡ менән итергә планлаштыралар. Уларға тораҡ йорттар найм килешеүе буйынса бирелә. 2024 йылдың башынан муниципалитеттар 560 миллион һумға 225 фатир һатып алған.

Бынан тыш, 2023 йылдан алып республика бюджетынан етем балаларға үҙҙәре йәшәгән биләмәнән фатир һатып алырғат торлаҡ сертификаттары бирелә. Былтыр 3,2 миллион һумға сертификат бирелгән, 80 етем бала улар менән файҙаланған. 2024 йылда 31 етем торлаҡ һатып алған. Быйылғы йылдан алып был аҡсаға торлаҡты Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә һатып алып була.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас