Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель , 15:00

«Диктант яҙыу акцияһы телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә»

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова шулай тип белдерҙе.

«Диктант  яҙыу акцияһы телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә»
«Диктант яҙыу акцияһы телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә»

– Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантының әһәмиәте бик ҙур, тип иҫәпләйем. Сөнки ул 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде, башҡа төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә бик әүҙем ҡатнаша.

Ошо акция төрлө ерҙәрҙә, төрлө илдәрҙә, төбәктәрҙә үҙебеҙҙең телде популярлаштырыуға ярҙам итә, тип уйлайым. Был көн халҡыбыҙҙың оло байрамына әүерелә. Бында беҙ белемегеҙҙе генә тикшермәйбеҙ, үҙ-ара аралашып, бер-беребеҙҙе күреп, һөйләшеп, башҡорт телен популярлаштырыуға ҙур аҙым эшләйбеҙ. Телевизор ҡарап, ғаиләләре менән ултырып яҙалар. Былар барыһы ла телебеҙҙе үҫтеүгә ҙур өлөш индерә, – тип,  барыһын да 27 апрелдә үтәсәк башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашырға саҡырҙы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: