Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында — тәрбиәсе, Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы булып эшләй. Хәҙерге көндә «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә — хаттар бүлеге мөдире. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып район һәм республика матбуғатта баҫылып сыға. Беренсе китабы — «Сиселмәгән сер» — 2004 йылда нәшер ителә.
«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012).
Юлай Кәримов фотоһы.