Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2024, 13:30

Ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайһын!

Ейәнсура районының Үрген мәктәбендә VIII класс уҡыусылары өсөн МХО-нан ялған ҡайтҡан «Фара» ҡушаматлы яугир менән осрашыу үткән.

Ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайһын!Ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайһын!
Ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайһын!

Был хаҡта «Киске Үрген» төркөмө хәбәр итә. Яугир үҙенең мәктәптәге, институттағы уҡыу, армиялағы хеҙмәт йылдары тураһында һөйләгән, тыуған илде һаҡлау, хәрби бурысыңды үтәү мөһимлеген белдергән.

– Тыуған мәктәбенең уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән байрам күстәнәсе, уҡыусыларҙың йылы һүҙҙәре менән яҙылған хаттары тап уның ҡулына эләгеүе, һәм ул уны нисек итеп иптәштәре менән бүлешкәнен ғорурлыҡ менән һөйләй. "Был посылкаларҙы беҙ көтөп алабыҙ, улар беҙҙең күңелде йылыта, хәрби рухты нығыта", –  ти ул. Осрашыу аҙағында уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп, теләктәрен, бүләктәрен ихлас күңелдән ҡабул итте һалдат.

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, бөгөнгө көндә еңел булмаған хеҙмәт юлын ябай ҙа, аңлайышлы ла, шаяртыу ҡатыш та һөйләгән үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙға, генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булған һалдатыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ, – тип яҙалар төркөмдә.

Тиҙерәк донъялар тынысланып, барлыҡ ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас