Бөгөн кискә ҡарай Туймазы районында «Урал»» М-5 трассаһыныъ 1312 саҡрымында ҡот осҡос авария булған. «FAW» фургоны менән «Лада Ларгус» машинаһы бәрелешкән, тип хәбәр итә Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов.
Фажиғәлә еңел машина водителенең һәм ике пассажирының ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп өлгөрмәгән.
Тәфтиш-оператив төркөм тикшереү үткәрә.