Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 15:00

Йортһоҙ хайуандар хәстәрләнә

Октябрьский ҡалаһында эттәр өсөн муниципаль приютҡа ярҙам итеү хәйриә акцияһында 220 килограмдан ашыу аҙыҡ-түлек йыйылған.

Йортһоҙ хайуандар хәстәрләнә
Йортһоҙ хайуандар хәстәрләнә

«Яҙғы өрөү» хәйриә сараһында ҡатнашыусылар 77 килограмм ярма, 127 килограмм ит, 25 килограмм ҡоро мал аҙығы, 14 пакет дымлы мал аҙығы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтергән. Бынан тыш, вайымһыҙ булмаған ҡала халҡы ярҙам йәшнигенә 11500 һум аҡса һалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, акция барышында ирекмәндәр менән килгән бәләкәй йортһоҙҙар кире приютҡа юллана. Әле уларға йорт кәрәк.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: