Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 21:30

Күршеләрҙә ҡурҡыныс дауыл сыҡҡан!

Башҡортостанға ла килеп етерме икән?

Күрше Татарстанда ҡурҡыныс дауыл сыҡҡан, көслө ямғыр һәм рашҡы яуа.

Йорттарҙың ҡыйыҡтары, машиналар емерелгән, күптәренең өҫтөнә ағас төшкән. Яҡынса унлаған машина зыян күргән.

Зеленодольск ҡалаһында теннис тубы ҙурлыҡ боҙ яуған, ә Буинскиҙа көслө ел ҡыйыҡтарҙы, ҡоймаларҙы һәм реклама таҡталарын осорған. Әлеге ваҡытта дауыл Ҡазанға етеп бара, тип хәбәр итәләр. Властар халыҡты һаҡ булырға саҡыра.

 

Видео: "Моя Уфа"

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: