Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 17:30

Бөрйәндә Ығышма күленең һыуы төн сыҡҡансы китеп бөткән

2021 йылғы ҡоролоҡта бөтөнләй һыуы булмағайны бит. 

Бөрйәндә Ығышма күленең һыуы төн сыҡҡансы китеп бөткән
Бөрйәндә Ығышма күленең һыуы төн сыҡҡансы китеп бөткән

Бөрйәндә Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы уникаль Ығышма күленең бер төндә һыуы китеп бөткән. Бары төбөнән генә ҡалған. Был хаҡта БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙә яҙған. 

Ығышма күле өсөн һыуҙың юғалып тороу циклы яҡынса 50 йыл тәшкил итә, тип иҫәпләй сығарғайны белгестәр. Урындағы халыҡтың күҙәтеүе буйынса, күлдәге һыу 1921, 1975 һәм 2021 йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: