Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 13:00

Афарин, лауреат булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!

18-нән 21 апрелгә тиклем Санкт-Петербург ҡалаһында «Минең илем»  VI Бөтә Рәсәй педагогия съезы үткәйне. Унда Сибай ҡалаһының 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты Рәсәйҙә иң яҡшы  мәктәптәрҙең береһе булып танылды.

Афарин, лауреат булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!
Афарин, лауреат булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!

Съезд   Рәсәй Мәғариф министрлығы төҙөгән белем биреү сараларының  берҙәм календарына индерелгән. Сарала гимназия-интернат директоры Роза Бикбова ла ҡатнашты. Бөтә Рәсәй педагогтары илдең алдынғы эксперттары менән берлектә конференциялар, бәхәс майҙансыҡтары, стажировкалар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм консультацияларҙа ватан мәғарифын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Гимназия «Илдең иң яҡшы 500 белем биреү ойошмаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды, «Иң яҡшы дөйөм белем биреү ойошмаһы – 2024» һәм «Иң яҡшы милли мәктәп - 2024 " номинацияларында бүләкләнде. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: