Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель , 21:30

Дүртөйлөлә сәсеү алдынан аят уҡынылар

Район башлығы Риф Йосопов яҙғы сәсеүгә старт бирҙе. 

Дүртөйлөлә сәсеү алдынан аят уҡынылар
Дүртөйлөлә сәсеү алдынан аят уҡынылар

Дүртөйлөләр мөһим эште боронғо йолалар менән доғалар ҡылып башлап ебәргән. 

«Йолаларҙан ситләшмәйенсә, бураҙна буйлап йомортҡа тәгәрәтеп, мәсет имам-хатибының фатихаһы һәм доғалары менән сәсеүҙе башлап ебәрҙек. Бөгөн Үткен бригадаһы 84 гектар майҙанда «Томь» агрегаты менән элиталы арпа орлоғон сәсә. Икмәк булһа – барыһы ла булыр!» - тип яҙған социаль селтәрҙә Риф Йосопов.

Йомортҡа тәгәрәтеү - борондан килгән йола, бураҙна буйлап тәгәрәтһәң, уңыш мул була, тигән ололар.

Дүртөйлөлә сәсеү алдынан аят уҡынылар
Дүртөйлөлә сәсеү алдынан аят уҡынылар
Дүртөйлөлә сәсеү алдынан аят уҡынылар
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: