Ханов Олег Закир улы (11 август 1951 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, режиссёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983) һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты (1995), профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (2005), Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014).
Рәсәйҙең халыҡ артисы (2024).
Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған.
Юлай Кәримов фотоһы.