Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2024, 06:30

«Иң мөһиме – уҡыу йылын тыныс тамамлай алырбыҙ»

Белгород өлкәһенән Башҡортостанға 500-гә яҡын уҡыусы килде. Улар Илеш районындағы  «Орлёнок» балалар һауыҡтырыу лагерына  һәм Әбйәлил районындағы «Ҡайынҡай» ял йортона урынлаштырыласаҡ.

«Иң мөһиме – уҡыу йылын тыныс тамамлай алырбыҙ»«Иң мөһиме – уҡыу йылын тыныс тамамлай алырбыҙ»
«Иң мөһиме – уҡыу йылын тыныс тамамлай алырбыҙ»

Бында балаларға  программа буйынса уҡыуын дауам итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырыласаҡ, шулай уҡ мәҙәни ял ойоштороласаҡ, республикабыҙҙың  иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Белгородтан килеүсе Иван Пензевҡа Башҡортостан бик оҡшаған, ул республика менән яҡындан танышыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә.

– Башҡортостан бик матур, тик Белгород менән сағыштырғанда, бер аҙ һыуығыраҡ. Элек башҡорт балы, һеҙҙең милли ризыҡтарығыҙ тураһында күп ишеткәнем бар ине. Иң мөһиме – уҡыу йылын тыныс тамамлай алырбыҙ. Белгородта беҙ дистанцион уҡый инек, ракета  йәки пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефен иғлан иткән саҡта уҡыуҙы туҡтатыу осраҡтары ла булғыланы, – ти ул.

Валерия Гавшина Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығына хайран ҡалған.

– Беҙ өйҙән оҙаҡҡа ғына киттек. Барыһы ла яҡшы булыр, беҙгә хәстәрлекле төбәгегеҙҙә уҡыу бик уңайлы булыр, тип ышанам, – ти ул.

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итеүенсә, балалар май аҙағына йәки июнь башына тиклем республикала буласаҡ. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, Белгород өлкәһенән килгән ҡунаҡтарға республика мәктәптәре беркетелгән, уҡытыусылар билдәләнгән һәм көнүҙәк расписание төҙөлгән.

Республикала балаларҙы оҙатып йөрөүсе Белгород педагогы Ирина Бородина Башҡортостанды үҙенең икенсе йорто тип атаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Башҡортостандың Белгородтан балаларҙы ҡабул итеүе тураһында ҡарар сығарҙы. Республика Башлығы Хөкүмәткә балаларға лайыҡлы йәшәү, туҡланыу, уҡыуҙы, кәрәк булһа, өҫтәмә белем биреүҙе тәьмин итергә ҡушты. Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас