Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2024, 15:30

"Ата-әсәйле булғыбыҙ килә"

 Республикабыҙҙа апай-ҡусты Рината менән Тимур яратҡан, хәстәрлекле атай менән әсәй эҙләй.

"Ата-әсәйле булғыбыҙ килә""Ата-әсәйле булғыбыҙ килә"
"Ата-әсәйле булғыбыҙ килә"

Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Әсәйҙәре вафат булғас, улар балалар йортона эләккән. 15 йәшлек Рината холҡо буйынса оялсан, тыныс, ярҙамсыл һәм эшһөйәр. Дуҫтары менән аралашырға ярата. Ҡыҙ ижади сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, шулай уҡ ҙур текстарҙы яҡшы хәтерләй. 12 йәшлек Тимурға лидерлыҡ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ныҡышмалылыҡ хас. Еңел аралаша. Футбол, баскетбол, өҫтәл теннисы уйнарға ярата. Тулыраҡ мәғлүмәтте Өфөләге 8(347) 218-03-62 номеры буйынса белергә мөмкин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас