Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2024, 05:00

Юлға сыҡтыҡ...оҙон юлға...

Юлдар, юлдар, ауыр булhа булhын,Тик hуңғыhы ғына булмаhын... Йырҙың һүҙҙәое сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Юлға сыҡтыҡ...оҙон юлға...Юлға сыҡтыҡ...оҙон юлға...
Юлға сыҡтыҡ...оҙон юлға...

ЮЛДАР
Ә. Ерикәй шиғыры.
Л.Айтуғанов көйө
(Филүс Гәрәев репертуарынан)
ТЕКСТ.
Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән,
Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин.
Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар
Айырыла алмайым hеҙҙән мин.

Алдарымда яҡты йондоҙ төҫлө
Мауыҡтырғыс уттар яналар.
Юлдар, юлдар, борма-борма юлдар
Шул уттарға табан баралар.

Йәшлек хисен, тынғыhыҙлыҡ дәртен
Ваҡыт ямғырҙары йыумаhын.
Юлдар, юлдар, ауыр булhа булhын,
Тик hуңғыhы ғына булмаhын.

Тирбәлдереп яҡты уйҙарымды,
Йәйрәп ята данлы киң илем.
Юлдар, юлдар, алға таба өндәшә,
Бармай ҡалыр хәлем юҡ минең.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас