Атайымды һағынып, тағы шиғыр тыуҙы...
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Тик бер көнгә генә, күрәйем.
Аҡ сал төшкән сәстәренән һыйпап
Хәлдәремде уға һөйләйем.
Һөйләр инем дә бит түкмәй-сәсмәй
Тормошомда булған шатлыҡты.
Уңыштарым өсөн маҡтар инең,
Йыуатыр инең күреп һағышты.
Тик шатлыҡтан ғына тормай ғүмер,
Ҡайсаҡ һағыш баҫа күңелде.
Борсоуҙары, мәшәҡәте менән
Һинһеҙ күпме юлдар үтелде.
Әйткән инең, атай, "Көслө бул", - тип,
"Һин бит сыбыҡ түгел һынырға".
Әрнеүҙәрҙән урғып сыҡҡан йәште
Әйтсе, атай, нисек тыйырға?
Юҡ бирешмәм, атай, мин бит көслө.
Сыбыҡ түгел бит мин. Мин һынмам.
Башым эймәй алға атлай бирәм,
Тура юлдан бер ҙә тайпылмам.
Гөлфира Галина.
ЮлайКәримовфотоһы.