Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2024, 06:00

Радий Хәбиров ғәйет намаҙында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә булды.

Радий Хәбиров ғәйет намаҙында ҡатнаштыРадий Хәбиров ғәйет намаҙында ҡатнашты
Радий Хәбиров ғәйет намаҙында ҡатнашты

 

Изге Ураҙа айы тамаманыу уңайынан башҡа мәсеттәрҙәге кеүек бында ғәйет намаҙы уҡынылар, вәғәз һөйләнеләр. Намаҙҙы Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны.

Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, мәсеткә килеүселәр аралашты.

– Хөрмәтле юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле туғандар!

Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Был көндә беҙ яҡындарыбыҙҙың һәм туғандарыбыҙҙың именлеге өсөн доға ҡылабыҙ. Илебеҙҙәге, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙағы тыныслыҡ һәм татыулыҡ өсөн. Әлбиттә, илен һаҡлаған яугирҙар өсөн. Улар барыһы ла өйҙәренә ҡайтыр тип ышанабыҙ. Һәләк булғандар рухына, туғандарына доға бағышлайбыҙ. Беҙ станок янында торған илебеҙ хеҙмәтсәндәре, фиҙакәр эшселәр өсөн доға ҡылабыҙ.

Был көндә ил башында торған Президентыбыҙға һаулыҡ һорайбыҙ. Хөрмәтле мөфтөй Тәлғәт хәҙрәткә именлек теләйбеҙ. Быйыл Рамаҙан айын православие диндарҙарының ураҙаһына тура килде, ата-бабаларыбыҙ беҙгә улар менән татыулыҡта йәшәүҙе, тыуған Башҡортостаныбыҙҙы бергәләп булдырыуҙы аманат итеп ҡалдырған.

Ғаиләләргә тыныслыҡ, именлек теләйем. Ошо байрам яҡшылыҡҡа ышанысыбыҙҙы нығытһын, берҙәмлектә һәм тыныслыҡта йәшәүгә көс бирһен. Байрам менән! - тип ҡотланы республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас