Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2024, 12:30

Бөгөн — Шырпының тыуған көнө

Өфө шырпы фабрикаһынан күренештәр. Апель 2011 йыл. Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — Шырпының тыуған көнө
Бөгөн — Шырпының тыуған көнө

Өфө шырпы фабрикаһы 1932 йылдың май айында сафҡа инеп, шул айҡанлы фабрикаға "1 май" исеме бирелә. Тәүге эш йылында барлығы 104 мең йәшник шырпы етештерелә. Ете цехта меңгә яҡын кеше эшләй. Шпондан эшләнгән тартмаға оҙонлоғо 42 миллиметр булған 75 утлы таяҡса һыя. Һәм уның хаҡы автоматтағы 1 стакан газлы һыуға тиң - 1 тин була.
Һуңғараҡ тартмалағы шырпылар һаны 63-кә ҡала. Шырпы тартмаһы ла бик үҙенсәлеле. Уны линейка булмаған саҡта оҙонлоҡ үлсәр өсөн дә ҡулланғандар. ГОСТ-ҡа ярашлы уның оҙонлоғо 5 сантиметр. 

 1949-50 йылдарҙа 1-се май исемендәге Өфө шырпы фабрика тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Фабрикалағы ете шырпы автоматының һәр береһе йылына 185 мең йәшник шырпы сығара. Йәшник бер мең ҡап шырпынан тора. 1969 йылда хеҙмәт планын 205 меңгә еткереү ҡарала.

 2012 й. 210 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1929 й. ойошторола, 1932 й. 1‑се Май ис. Өфө шырпы ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡеүәте 640 мең шартлы йәшник), 1991 й. алып ҠП (2040 мең), 1995 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 1996 й. — ААЙ, 2001 й. — “Өфө шырпылары”, 2008 й. хәҙ. статусын ала, 2011 й. башлап Урал шырпы ф‑каһы, 2013 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор: Юлай Кәримов
Читайте нас