Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля 2024, 19:00

Милләттәшебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

Күптәр режиссер Альмира Ибраһимованы белә.

Милләттәшебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!Милләттәшебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!
Милләттәшебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

 

Күптәр режиссер Альмира Ибраһимованы белә. Ул тыумышы менән Баймаҡ районынан, әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Бер нисә йыл элек ул яман сирҙе еңеп барыһын да һоҡландырғайны. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел ауыр сир кире әйләнеп ҡайтҡан. Альмира һуңғы йылда бер нисә ҡатмарлы операция үткәргән. Әлегә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Хәҙер етди дауаланыу үтеү бурысы тора, яҡындары ярҙам итерҙәй белгестәрҙе эҙләй. Альмира - өс балаһына хәстәрлекле әсә, иренә һөйөклө ҡатын. Ғаилә баш ҡалала ипотекаға фатир алған булған. 

Изге Рамаҙан айында аҡса йыйыу иғлан ителде. Карта номеры Альмира Ибраһимованың әсәһенең номерына бәйләнгән. Марьям Хамматовна Мухаметшина +7927945-44-64.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас