Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2024, 08:27

"Унда туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була"

Башҡортостан Белгород өлкәһенән 500 баланы ҡабул итәсәк.

"Унда туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була""Унда туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була"
"Унда туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була"
"Мин Белгород өлкәһе етәксеһе менән һөйләштем. Беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттеләр. Һеҙ беләһегеҙ, унда хәл-торош бик ауыр, беҙ 500 баланы үҙебеҙгә ҡабул итәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы балалар туҡталасаҡ аныҡ райондарҙы атаны - был Илеш районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы. БР Хакимиәте башлығы Максим Забелинға муниципалитет башлыҡтары менән берлектә эшләргә йөкмәтелде.

- Мин район башлыҡтарынан шәхсән шөғөлләнеүҙе һәм әҙерләнеүҙе һорайым. Хәлһеҙләнгән балалар киләсәк, унда туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Иң мөһиме - йәшәй, ашатыу, уҡытыу, әгәр кәрәк икән - өҫтәмә шөғөлләнеү. Дөйөм алғанда, балалар үҙҙәрен өйҙә кеүек тойорға тейеш - ошо эшкә тотоноғоҙ.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас