Унда ҡатнашырға теләүселәр ҡала китапханалары, уҡыу йорттары, дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт урындары майҙансыҡтарында яҙа ала. «Тоталь диктант»ты актерҙар, йырсылар, блогерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ журналистар һәм радио алып барыусылары яҙҙырасаҡ.
Диктантҡа теркәлеү өсөн ошо сайттың «Майҙансыҡтар» ҡушымтаһына үтергә кәрәк. Исемлек 10 апрелдә барлыҡҡа киләсәк. Текстың авторы-яҙыусы, журналист һәм мөхәррир – Анна Матвеева.
Фото: Т. АМАНОВ.