Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса «ҡара» хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры (2022)
- «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» (1922)[20]
- Бөтә донъя башҡорттары конгрессының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2021)[21]
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002)[22]
- «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» юбилей миҙалы (2018)
- Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (2017)[2][23][24]
- «ЛиФФт—2017» Бөтә Рәсәй әҙәбиәт Фестивалдәре Фестиваленең Көмөш миҙалы (2017)[7]
- Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Республика конкурсы Гран-При лауреаты (2015)[25].
- Рәсәй Лермонтов комитетының «М. Ю. Лермонтовтың 200 йыллыҡ тыуған көнө хөрмәтенә» юбилей миҙалы (2014)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Почёт грамотаһы (2012)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүҙә айырым өлөш өсөн» Почёт тамғаһы (2009)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
- Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзы Почёт грамотаһы (2007)
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышының Рәхмәте (2005)
- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң информация саралары министрлығының Почёт грамотаһы (1992)
Юлай Кәримов фотоһы.