Кисә төнгә ҡарай Орскиҙа Урал йылғаһында дамба йырылыуы хаҡында яҙғайныҡ. Бер нисә саҡрымға һуҙылған дамба бөгөн дә емерелеүен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт кеше һәләк булған.
Шул уҡ ваҡытта йылғала һыу күтәрелеүен дауам итә. Белгестәр белдереүенсә, һыу бер-ике аҙнанан ғына китәсәк. Хәүефле зонала 12 ваҡытлыса урынлашыу пункты булдырылған, унда ташҡында зыян күреүселәр килтерелә. Әммә күп кешеләр туғандарына йә дуҫтарына күскән.
Урында Пермь ҡалаһынан аэромобиль төркөм эшләй.