Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2024, 14:30

Апайҡай...

Шиғыры сайтта. Ә һеҙ апайығыҙ тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Апайҡай...Апайҡай...
Апайҡай...
 
Һин тыуғанда көндәр аяҙ,
Ҡояшлы торған, тиҙәр.
Булғанһың бит матур сабый,
Ғәиләгә бер биҙәк.
Күңелең дә хисле һинең-
Шиғыр яҙаһың үҙең.
Барыбыҙҙы һоҡландыра
Йырлай-йырлай эшләүең.
Донъяң етеш, дуҫтарың күп,
Туғандар килеп тора.
Балалар-үҙе бәхет бит,
Ғәиләң бар һөйөп ҡорған.
Тырыша торғас, менеп еттең
Ғүмереңдең үренә.
Уҙған тормошоң күңелдә
Кино кеүек күренә.
Тәмле ашың, эҫе сәйең
Барыбыҙға ла етте.
Атай-әсәй, өләсәйҙәр
Һинән бик риза китте.
Гел изгелек эшләнең һин,
Йөҙөң дә булды яҡты.
Шатлыҡтарҙы уртаҡлаштың,
Бүлештең ауыр саҡты.
Ҡарағыҙсы, күҙҙәренән
Һәр саҡ нурҙар һирпелә.
Күҙ теймәһен,... -те
Һиңә бына кем бирә?
Бәхетле бул, апаҡайым,
Беҙгә терәк булып тор.
Йомоштарың булмаһа ла,
Һин беҙгә гел килеп тор.
Тормош юлында һис ҡасан
Осрамаһын кәртәләр.
Бары шатлыҡ- ҡыуаныстар
Алып килһен иртәләр.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
 
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас