Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2024, 09:29

"Республикабыҙҙа ирекмәнлек хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленә"

Был хаҡта  «Еңеү ирекмәндәре» төбәк бүлексәһе етәксеһе Тимур Ишһарин фекерен белдерҙе.

"Республикабыҙҙа ирекмәнлек хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленә""Республикабыҙҙа ирекмәнлек хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленә"
"Республикабыҙҙа ирекмәнлек хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленә"

– Башҡортостандың йылдам үҫеүенә бик шатмын. Төбәгебеҙҙә инфраструктура үҫешә, социаль өлкәләргә ярҙам күрһәтелә. Республикала ирекмәндәр хәрәкәтенә лә ҙур иғтибар бүленә. Ирекмәнлек хупланыуы, йылдам үҫешеүе ҡыуаныслы. Быға төбәгебеҙҙең етәксеһенә бик рәхмәтлебеҙ.

Беҙҙең «Еңеү ирекмәндәре» тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау менән шөғөлләнә, беҙ илһөйәрлек, ирекмәнлек, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренә  ярҙам аша илебеҙ граждандарын тәрбиәләйбеҙ. Йәштәр өсөн тарихи-интеллектуаль квестар, уйындар үткәрәбеҙ, илебеҙ геройҙарының, атҡаҙанған ватандаштарыбыҙҙың батырлыҡтарын популярлаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ, – ти ул.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас