Йә, Раббым, ошо мөбәрәк айҙың һәр миҙгелен файҙалы итеп үткәрергә насип ит. Изге Рамаҙан айы тәьҫиренә күңелебеҙ ихлас иман менән нурланһын.
Йә Раббым Аллаһ, кәсептәребеҙ һәм малдарыбыҙ хәләл булыуын насип итеп, тормошобоҙға бәрәкәтеңде индерһәң ине. Хәйерле, бәрәкәтле, тигеҙ ғаилә тормошо биреп, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең тәүфиҡ һиҙиәт юлында булыуҙарын насип итһәң ине.
Йә Раббым, ауырыуҙарға хәйерле шифаларыңды бир, дауалап булмай торған ауырыуҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡла. Ауыр хәлгә тартыусыларға үҙ рәхмәтеңде насип әйлә.
Йә Раббым Аллаһ илебеҙҙе төрлө хәүеф-хәтәрҙәрҙән, һуғыш-афәттәрҙән, тәбиғәт бәлә-ҡазаларынан һаҡла. Һуғыш барған ерҙәргә тыныслыҡ-именлек килеүен насип итеп, шунда булған туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит.
Йә Раббым Аллаһ, ихласлап ураҙа тотоусыларға ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәрергә насип ит.
Йә Раббым Аллаһ, үҙемде, яҡындарымды иманлы, намаҙлы ҡылып, ҡушҡандарыңды үтәп, тыйылгандарыңдан тыйылып йәшәргә насип ит. Ғүмеребеҙ дауамында беҙгә һиҙиәт юлын күрһәтеп, шунан тайпылмайынса, йәннәткә илтеүсе тура юлда булып йәшәүебеҙҙе насип ит. Киләһе йылдың Рамаҙан айын да Үзең риза булырлыҡ хәлдә именлектә, һау-сәләмәт ҡаршы алырға насип ит.
Раббәнәә әәтинәә фиддүнйә хәсәнәтәү үә фил әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә газәәбәннәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин..
Изге Йомабыҙ мөбәрәк, тотҡан ураҙалар ҡабул булһын ин шәә Аллаһ!