Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 17:00

Табылырҙарына өмөт бар әле...

Өфөлә юғалған ике малайҙы вертолет менән дә эҙләп ҡаранылар.

Табылырҙарына өмөт бар әле...
Табылырҙарына өмөт бар әле...

Бөгөн Эске эштәр министрлығының республика идаралығы етәкселеге тәҡдиме менән авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең вертолетында 30 мартта Өфөлә юғалған малайҙарҙы эҙләнеләр. Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оператив эҙләү штабы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҫмерҙәр юғалған районды айҡап сыҡты. Вертолеттан Ағиҙелдәге уйымдар, боҙ торошо, ҡайһы бер урында боҙ ҡуҙғалыуы яҡшы күренә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вертолет менән дә эҙләү әлегә бер һөҙөмтә лә бирмәгән. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 мартта Өфөлә мәктәптән ҡайтып барған 13 һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов һәм Павел Паличев юғалды. Иртәгәһенә ҡотҡарыусылар урмандан малайҙарҙың сумкаларын табып алды. Кисә шунан 500 метр алыҫлыҡта йылғала береһенең итеге табылған. Үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: