Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 17:03

«Айыҡ ауыл» киләсәккә нигеҙ һала, ти ойоштороусылар

Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусыларҙың презентацияларын яҡлауы башланды. Тәүге көндә «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнашыусы 14 ауыл вәкиле үҙ презентацияларын яҡлап, сығыш яһаны.

«Айыҡ ауыл» киләсәккә нигеҙ һала, ти ойоштороусылар
«Айыҡ ауыл» киләсәккә нигеҙ һала, ти ойоштороусылар

Министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған абруйлы жюри  конкурста ҡатнашыусыларҙың ғаризаһын, видеояҙмаларын ҡарап,  һорауҙар бирҙе, сығыштарын баһаланы.

Конкурс координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, быйыл приз фонды 48 миллионға тиклем арттырылыуын, республика этабына сығыусыларға, урын алмаһалар ҙа, 200 мең һум аҡса  биреләсәген белдерҙе. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Айыҡ ауыл» конкурсының эскелеккә ҡаршы көрәштә бик әһәмиәтле сара булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, бәйгенең  ыңғай яҡтары күп булыуын һөйләне.

– Һеҙҙең ошондай эштәрегеҙ айҡанлы ауыл үлмәй, йәшәй, халҡыбыҙҙың йола-ғөрөф ғәҙәттәре, кәсептәре онотолмай, тергеҙелә. Ауылдаштарҙы берләштереүсе беҙҙең яратҡан проектыбыҙ ул, – тине.

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак «Айыҡ ауыл»ды киләсәккә нигеҙ һалыусы конкурс булыуын белдереп, конкурста ҡатнашыусы ауылдарға уңыштар теләне.

Тәүгеләрҙән булып үҙ презентацияһын Әлшәй районының Таштүбә ауылы вәкилдәре яҡланы. Бында халыҡ күп түгел, барлығы 152 кеше йәшәй. Ул районда бик боронғо ауылдарҙың береһе һанала.

– Мин был ауылда беренсе класҡа уҡырға барҙым. Ҡатмарлы осорҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, ауыл матурланып үҫә. Һәр ихатала – мал-тыуар, машина. Халыҡ бик тырышып йәшәй, уңыштарға ирешә. Был ауыл беренсе урынға лайыҡ, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әхнәф Тимербулатов.

Унан һуң Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылы вәкилдәре презентацияһын яҡларға сыҡты. Был ауылдың тарихы  120 йылдан ашыу. Бында 188 кеше йәшәй. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булған башланғыс мәктәп, фельдшерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто, ике магазин һәм «Рәхимә» мәсете бар. Халҡы элек-электән татыу, эшкә уңған булыуҙары менән башҡаларҙан  айырылып тора, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара.  Ауылда үткәрелгән төрлө сараларға олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителә. Бында тегә, сигә, бәйләй  белгән оҫталар күп, үҙҙәре трактор яһаған кулибиндар ҙа бар.

Ауылда хәләл кәсебен булдырыусылар булыуы ла ҡыуандыра. Мәҫәлән, Ғилемшиндар ғаиләһе хәләл ярымфабрикаттар етештерә. Уларҙың кооперативында барлығы 15 кеше эшләй. Презентацияны яҡлауға улар өс балалары менән килгәйне.

– Эскән кешеләр булмағас, балаларҙы урамға рәхәтләнеп сығарып ебәрә алабыҙ, – ти улар.

Баҡалы районының Камай ауылы нисек итеп эскелек менән көрәшә, тиһегеҙме? Яйын уйлап тапҡандар. Иҫерткес эсемлек көн һайын һатылмай, байрамдарҙа, ҡайһы бер көндәрҙә тыйылған. Меценттар тырышлығы менән иман йорто ҡалҡып сыҡҡан. Аллеялар эшләнгән, шишмәләр төҙөкләндерелгән.

Бишбүләк районының Игнашкино ауылында  һәр бер йорттоң ихатаһы төҙөк, матур итеп биҙәлгән. Ҡарап тороуға күргәҙмәне хәтерләтә, ти уны барып күреүселәр. Мәҙәниәт йорто булмаһа ла бындағы халыҡ һис аптырап тормай, скандинав йөрөшө менән йөрөй, саңғыла шыуа, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән төрлө саралар ҙа ойоштора.

Бөгөн «Бәләкәй тораҡ пункттар» вәкилдәре презентацияһын яҡлаһа, 4 апрелдә –  «Урта тораҡ пункттар», 5 апрелдә – «Ҙур тораҡ пункттар», 6 апрелдә «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Барығыҙға уңыштар теләйбеҙ!

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: