Хисмәт (Хисмәтулла) Хәсән улы Юлдашев 1957 йылдың 1 апрелендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе Амангилде районы Өрпәк ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Ырымбур өлкәһе Александров районы Иҫәнгилде ауылында үтә. Ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Күрше ауыл Карл Маркста урта мәктәп бөтөрә. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары белем ала. Хисмәт Юлдашев Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шиғырҙары рус, төрөк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.