1 апрель менән, дуҫтар!
(Шаян шиғыр)
Гелән ялғыҙ булманым да,
Улай түгел-түгелен.
Рухи яңғыҙлыҡ кисерҙе,
Аңланмаған күңелем.
Йәр түгел,пар тапманым мин,
Йөрәгемдең ялҡынын.
Көйөн йырлар йырҙарымдың,
Күңелемден яртыһын.
Һалҡын ашты ла хәҙер мин,
Өрөп кенә ҡабырмын.
Ерҙә пар таба алманым,
Бәлки күктә табырмын.
Ялҡынланып ҡабындым да ,
Һыуындым инде нисә.
...Ер шарында ялғыҙ йөрөй,
Марстан төшкән бисә!
Юлай Кәримов фотоһы.