Бөтә яңылыҡтар

Яҡтылыҡ өләшеүсе шәхес булды

Баш ҡалабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала бик иртә ғүмере өҙөлгән элекке Асҡын районы хакимиәте башлығы  Ришат Дихиндың хәтер кисәһе,  уның тураһында иҫтәлектәр тупланған «Яҡтылыҡ өләшеүсе шәхес» тигән китаптың исем туйы үтте.

Яҡтылыҡ өләшеүсе шәхес булды
Яҡтылыҡ өләшеүсе шәхес булды

Унда уны хөрмәт иткән, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, яҡташтары, туғандары, яҡындары йыйылды.  Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте вәкилдәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Илшат Янбаев һәм Рәмилә Хөснөтдинова, билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, Ришат Дихиндың әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы, ғаиләһе, инәһе - Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Лена Карамовалар ҡатнашты.

Хәтер кисәһен Ришат Марат улының һабаҡташтары, дуҫтары – Алмас Шаммасов, Айнар Байбулатов бик юғары кимәлдә ойошторҙо. Уларға, шулай уҡ Милли китапхана директоры Азат Ибраһимовҡа Асҡын районы хакимиәте башлығы рәхмәт хаттары тапшырып, яҡташтары исеменән иң изге теләктәрен еткерҙе.

Бында сығыш яһаусыларҙың һәр береһе уны йылы, яратып хәтергә алды, һағыныуын белдерҙе. Бала саҡтан тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылып торған, мәктәптең барлыҡ сараларында алдан йөрөгән, шиғырҙар яҙған, БДУ-ла ла яҡшы уҡыуы, өлгөрлөгө, зирәклеге менән алдырған, артабан төрлө тармаҡтарҙа - Яҙыусылар союзында, радио һәм телевидениела, матбуғатта, мәғариф министрлығында, унан Өфөнөң Киров районы, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәттәрендә намыҫлы хеҙмәт иткән, аҙаҡ тыуған төйәге Асҡынға етәксе итеп ҡуйылып, бурыстарын оло яуаплылыҡ, юғары илһөйәрлек менән атҡарған Ришат Дихинды бөгөнгө йәштәр өсөн сағыу өлгө тип атаны барыһы ла. 

Сараға килеүселәр Ришат Дихинға арналған  «Яҡтылыҡ өләшеүсе шәхес» хәтирәләр йыйынтығы менән яҡынданыраҡ танышты. Ул бер нисә бүлектән тора. Һәр береһендә уның  бала сағы, мәктәп йылдары, студент йылдарынан башлап, артабан уның бөтә хеҙмәт юлы яҡтыртыла. Ришат Дихин бик күп яҡлы, төрлө яҡлы, сағыу шәхес булла, төрлө тармаҡтарҙа эшләй.

– Ғүмере бигерәк ҡыҫҡа булды улымдың, утыҙ өс кенә йәшендә китеп барҙы. Гел ашыҡты ул, барыһына өлгөрөргә тырышҡандай йүгерҙе лә йүгерҙе. Үҙ артынан шул ҡәҙәр ҙур эштәр ҡалдырҙы. Уға булған оло ихтирамды һәр саҡ тойоп йәшәйем. Изге айҙа үткән бөгөнгө осрашыуҙа улымды күпме кешенең хөрмәт иткәнен, уны онотмауҙарын күреп һөйөндөм. Артабан да шулай булып ҡалһын, бергә-бергә йәшәйек, имен-һау булайыҡ, –  тип теләктәрен еткерҙе Ришаттың әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы.

 

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: