Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Марта 2024, 05:00

Розалия Солтангәрәева

1955 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуған.   Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәриовфотоһы.

Розалия СолтангәрәеваРозалия Солтангәрәева
Розалия Солтангәрәева

Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы (28 март 1955 йыл) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991).

Розалиә Солтангәрәева — башҡорт йолалары һәм уларға бәйле халыҡ ижадын өйрәнеүҙә яңы принцип — комплекслы тикшеренеүҙе уңышлы алып барған ғалим. Ул йола поэзияһын фольклор һәм этнография ҡушылмаһында тыуған ҡатмарлы синкретик ижад булараҡ өйрәнә. 1988 йылдан — филология фәндәре кандидаты. «Башҡорт туй-йола поэзияһы» (1995) исемле монография авторы. Әхмәт Сөләймәнов менән берлектә күп томлыҡ башҡорт халыҡ ижадының «Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры» (1995), «Башҡорт халыҡ йола уйындары» (1996) тигән томдарын әҙерләп сығарҙы. 2002 йылда «Башҡорт халҡының ғаилә-көнкүреш йола фольклоры» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Розалиә Солтангәрәева ижад өлкәһендә үҙенең сәсәнлек эшмәкәрлеге менән киң танылыу тапты. Уның репертуарында башҡорт халҡының данлыҡлы ир-азаматтары Мифтахетдин АҡмуллағаӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанғаИшмулла ДилмөхәмәтовҡаРәми Ғариповҡа, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, арҙаҡлы башҡорт әҙибе Зәйнәб Биишеваға һәм башҡаларға арналған ҡобайыҙары төп урынды биләй. Ул ижад иткән әҫәрҙәр «Ҡобайырым һиңә, Илем» (1996) исемле китабы менән халыҡҡа еткерелде. Бер үк ваҡытта ул онотолоп барған йырҙарҙы башҡарыуы менән дә киң танылды.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас