Яңғыҙлыҡтың көнө - йылдай,
Ҡабаланмай, яй үтә.
Ә яңғыҙҙар быға күнеп,
Ғүмер йомғағын һүтә...
Таң ата ла кис була, ти,
Парлы йәрҙәр зарланып.
Ә яңғыҙҙар таң атыуын
Көтөп ала зарығып.
Яңғыҙлыҡты был тормошта
Берәү ҙә hорап алмай:
Бәғзеләр үҙ ишен юғалта,
Кемдәрҙер парын тапмай
Сәйетғәли
2021
+22 °С
Ямғыр


