Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2024, 09:00

Каникул мәлендә уҡыусылар окоп шәмдәре эшләй

Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы балалар ижады үҙәгендә МХО-лағы яугирҙарға окоп шәмдәре әҙерләү дауам  итә. Каникулдың тәүге көнөн уҡыусылар изге эш эшләп үткәрҙе.  Осрашыу ваҡытында МХО-нан ялға ҡайтҡан яугир ҙа, окоп шәмдәре мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн бик мөһим, тип белдергәйне.

Каникул мәлендә уҡыусылар окоп шәмдәре эшләйКаникул мәлендә уҡыусылар окоп шәмдәре эшләй
Каникул мәлендә уҡыусылар окоп шәмдәре эшләй

Баҡһаң, «ҡусҡар» техникаһында башҡарылған шәмдәр күп осраҡта йылытыу өсөн яраҡлы, «әүернә»  һәм «ҡар» рәүешендәгеләр яҡтыртыу өсөн ҡулланыла икән.  Бындай шәм 6-7 сәғәт тирәһе яна, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бирә. Балалар яугирҙарыбыҙҙың махсус хәрби операцияла йәшәү шарттары хаҡында ентекләберәк белеп, махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙәренең ни тиклем мөһим булыуын аңланы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас