БашҡортостандыңБаймаҡ районында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 548,5 м. Оҙонлоғо 3,9 км. Киңлеге1 км. Майҙаны 3,9 км². Күләме15,8 км³. Иң ҙур тәрәнлек12 м. Уртаса тәрәнлек 4,5 м. Үтә күренеүсәнлеге 20 м. Ағып сығыусы йылға Шөгөр.
Күл сөсө һыулы, тектоник сығышлы, уйымы тау араларының тарайған төбө. Ирәндек һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Түбә ҡасабаһынан 4 саҡырымда көньяҡ-көнсығышта ята. Аҫҡы ярында Иҫән ауылы бар. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары туғайлы һаҙлыҡлы, көнсығыш һәм көнбайыш яры текәрәк. Көнсығыш яғы ҡаялы, ерек, ҡайын, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Көнбайыш яғы ла урманлы, тик күпләп киҫеү арҡаһында ағастар бик һирәкләнгән. Шөгөр — Таналыҡҡушылдығы ваҡытлы һыу сығанағы булып тора. 1978 йылда Талҡаҫ күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.
Күлдә карп, һары балыҡ, суртан, алабуға, опто,густера, сабаҡ балыҡтар үрсей. Яр буйында ҡағараҡ, ҡарасабан ҡоштары оялай. Көнсығыш яры яғында 8-10 метр тәрәнлектә сапропель ятҡылығы бар. Ул балсыҡ менән кешеләр дауалана ала.
Һыуының таҙалығы, сафлығы матур ландшафты Көньяҡ Уралдағы иң матур ерҙәр иҫәбенә керә. Һәм популяр ял итеү урыны. Уны «Урал ыныйһй» тип тә йөрөтәләр. Күлдән 300 метр алыҫлыҡта «Талҡаҫ» шифаханаһы урынлашҡан (1931 йыл төҙөлгән).
+10 °С
Облачно


