Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Марта 2024, 14:30

“Ҡоштар осорам”

Мостай Кәрим.   Шиғыры сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

“Ҡоштар осорам”“Ҡоштар осорам”
“Ҡоштар осорам”

“Ҡоштар осорам”

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.
Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел-дауылдар үтер торнаны.
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –
Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.
Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.
Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.
Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.


1970. Мостай Кәрим.

ЮлайКәримовфотоһы.

 

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас