Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2024, 14:30

Көслө булһаң — ҡыҫырҙар

Көсһөҙ булһаң — һытырҙар...   Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Көслө булһаң — ҡыҫырҙарКөслө булһаң — ҡыҫырҙар
Көслө булһаң — ҡыҫырҙар

Көслө булһаң — ҡыҫырҙар,
Көсһөҙ булһаң — һытырҙар.
Хәлле булһаң — һауырҙар,
Ярлы булһаң — һатырҙар.

Ғәҙел булһаң — йоторҙар,
Ҡасҡын булһаң — тоторҙар.
Таҙа булһаң — буярҙар,
Тамға һалып ҡуйырҙар.

Гонаһлы тип һөйләрҙәр,
Эткә һалып һүгерҙәр.
Сәскә атһаң — өҙөрҙәр,
Яҡын итһәң — биҙерҙәр.

Башлы булһаң — ҡағырҙар,
Йүләр булһаң — ябырҙар.
Бейек менһәң — йығырҙар,
Түбән төшһәң — күмерҙәр.

Кем булырға? Кем белгән...
Белгәндәр күптән үлгән.
Ниндәй юлдан бараһы?
...Иң яҡшыһын мин аңланым:
Үҙең булып ҡалаһы,
Ярылһа ла донъяһы...

(Рәис Шәйхетдинов)

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас