Ул 1942 йылда Благовар районы Яныш ауылында тыуған. Ауылдан сығып китеп төҙөүсе һөнәрен ала. Башта Урал аръяғында, һуңынан Силәбелә, Троицкиҙа байтаҡ төҙөлөштәрҙә эшләп, тәжрибә туплай. Шулай ҙа тыуған яҡтар үҙенә тарта һәм ул Башҡортостанға ҡайтып төрлө райондарҙа төҙөлөштә эшләй. Мастер, прораб, юғары етәксе вазифаларға тиклем етә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, күңелендә һәр саҡ шиғриәт, йыр-моңдарыбыҙ була. Беренсе шиғыры гәзиттә 1967 йылда баҫыла. Әммә ижадҡа улы ныҡлап хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотона. "Бүләк", "Һуң булһа ла, уң булһын", "Йырҙа юл йыраҡмы?" исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫыла. Уның шиғырҙарына байтаҡ йырҙар яҙылған. Уларҙы Рөстәм Асаев, Ришат Төхвәтуллин, Радик Юлъяҡшин кеүек популяр йырсылар башҡара.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.