Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2024, 12:30

Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асылыр?

Ниһайәт, Өфөлә тығындар кәмеп ҡалыр ине.

Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асылыр?Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асылыр?
Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асылыр?
Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәһлә Башҡортостан Башлығы Өфөнән «Көнсығыш сығыу юлы»ның 1 апрелгә асылырға тейешлеген хәбәр итте. Республика етәксеһе аныҡ датаны билдәләгәндән һуң киң мәғлүмәт кампанияһын үткәрергә ҡушты.
 
«Әлегә көнөн теүәл генә әйтмәйем, ләкин ошо аҙнаның һуңына, йәки, әйтәйек, 1 апрелгә тиклем күптән көтөп алынған объектты — Көнсығыш сығыу юлын асырбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас